Күренекле яҡташыбыҙ, шағирә Фирүзә Абдуллинаның 65 йәшлек юбилейы айҡанлы, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы иғлан иткән «Йөрәгемдә – бар доньяға һөйөү» исемле бәйгенең йомғаҡлау тантанаһы район үҙәк китапханаһында ойошторолдо. Бәйгелә 33 ҡатнашыусы үҙ-ара көс һынашты. Баһалама төркөмө район кимәлендә ҡатнашҡан еңеүселәрҙе билдәләнеләр.
Шиғыр бәйгеһе Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙарына яҙылған моңло йырҙар менән үрелеп барҙы. Талантлы яҡташтарыбыҙ Флүрә Туйсина, Таңһылыу Урманова, Айгөл Абдрахимовалар башҡарған йырҙар бәйгелә ҡатнашыусыларҙың күңеленә хуш килде.
Булмышы менән тормошҡа, кешеләргә, тыуған еренә ғашиҡ яҡташыбыҙға ижади уңыштар, илһамлы, бәхетле ғүмер теләйбеҙ, емешле ижады өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Сығанаҡ: Баймаҡ районы хакимиәте