Мәҙәниәт
7 Марта , 01:40

Яҡташыбыҙ юғары награда алды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 8 март уңайынан республика ҡатын-ҡыҙҙарын бүләкләне. Бер төркөм гүзәл заттарға дәүләт наградалары тапшырылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҡташыбыҙ юғары награда алдыЯҡташыбыҙ юғары награда алды
Яҡташыбыҙ юғары награда алды

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Баймаҡ районының  Темәс ауылында тыуып үҫкән Минзифа Исҡужина оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Ил президенты Владимир Путиндың Указы буйынса уға «Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы тапшырылды. “Юғары награданың байрам алдынан бирелеүе үтә лә ҡыуаныслы”, - тип белдерҙе артист.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас