17 февралдә Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә халыҡ-ара, республика йыр бәйгеләре лауреаты Юнир Һағынбаевтың концерты үтте. Залдың шығрым тулы булыуы тамашасыларҙың халыҡсан моңға һыуһауына дәлил ине.
Ысынлап та, бөгөн йырсылар бик күп. Кемгәлер сәхнә хобби ғына. Махсус белеме, халыҡ йырҙарына барымы булмаһа ла, үҙе яҙған 1-2 йыр менән дан ҡаҙаныусылар ҙа юҡ түгел. Йәшәтәрҙе еңел-елпе йырҙары, «шарылдап» торған музыкаһы менән йәлеп итәләр. Бәлки, йәш-елкенсәк өсөн, дискотекалар өсөн былары ла кәрәктер. Әммә мәҙәни кимәлде күрһәткән юғары кимәлле йырҙарыбыҙҙы һәм уларҙы оҫта, урын-еренә еткереп башҡарған йырсыларыбыҙҙы күтәрергә, хупларға кәрәк.
Ҡурайҙа оҫта уйнаған, халыҡ һәм эстарада йырҙарын берҙәй матур башҡарған Юнир Һағынбаевтың концертында йәштәрҙе лә, ололарҙы ла күреп һөйөндөк. Улар араһында абруйлы шәхестәребеҙ күп ине. Мәҫәлән, профессорҙар Йәлил Һөйөндөков, Сәфәрғәле Йәнтүрин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, ҡурайсы, Юнирҙең остазы Нурғәле Кәйекбирҙин, Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәмдүҙә Илбәкова һәм башҡалар булды. Улар тамашанан, Юнирҙең йырлауынан ҡәнәғәт булып алҡышланы.
Юнир тамашасыларға күптән билдәле булған «Йәшел яулыҡ», «Әсәй, мине таңда уят әле», «Ҡорот», «Бәхетле бул», «Тәгәрәне алмалай ғүмер» кеүек матур, мәғәнәле йырҙар менән бер рәттән башҡорт халыҡ йырҙарын һәм Салауат арияһын ишеттерҙе. Эстрада йырҙарына ҡарағанда нәҡ ошо халыҡ йырҙарын тамашасылар нығыраҡ, көслөрәк алҡыштарға күмде. Был бик ныҡ ҡыуаныслы хәл! Тимәк, халҡыбыҙ үҙ асылына тоғро!
Халыҡ йыры «Сибай»ҙы башҡарыр алдынан Юнир шаяртып та алды:
—Кәләшем, Иҫке Сибай ауылы ҡыҙы Эльвира Утарбаева—Сибай кантон нәҫеленән. Бына инде 14 йыл кантон кейәүе булып йәшәп ятыла һәм, әлбиттә, «Сибай» йырын йырламаһам яҙыҡ булыр,—тине ул һәм ҡулына ҡурайын алды.
Быйыл— Башҡортостанда ҙур һәм татыу ғаилә йылы. Ошоно иҫәпкә алып, Юнир сәхнәгә ғаиләһе менән дә сыҡты. Байрас, Ғайсар улдары, кәләше Эльвира менән бергә йырланылар.
Концертта шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Баязит Байназаров, Дим Шәрәфиев, Сибай егете, әле Өфөлә «Мираҫ» ансамблендә эшләүсе бейеүсе Айнур Ишмөхәмәтов, Сибайҙан алып барыусы, йырлаусы тамада булараҡ күптәргә таныш булған Илфат Исламғолов ҡатнашты.
Дөйөм әйткәндә, халыҡсан, үҙенсәлекле моңға эйә Юнир Һағынбаевтың концертынан ситтә ҡалмағыҙ. Бында моң-аһәң, рух һәм милләтебеҙ асылы!
Әйткәндәй, йырсы 11 мартта Баймаҡ тамашасыларына үҙ концертын тәҡдим итәсәк.