+3 °С
Болотло
Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов күптән түгел Ҡолсора ауылы биләмәһе халҡы менән осрашты. Ата-әсәләр «Йәшлек» бейеү ансамблендә шөғөлләнеүсе ҡыҙҙар һәм егеттәргә ярҙам һораны. Ансамбль менән Рәсимә Халикова етәкселек итә, улар район, республика, хатта ил кимәлендә еңеүҙәр яулай.
Азамат Сәфәрғәле улы ярҙам итергә вәғәҙә бирә. Әле килеп вәғәҙәһен үтәгән. «Йәшлек»тәргә мәрхәмәтлек фондынан 200 000 һум аҡса бүлгән. Был аҡса бейеүселәргә 10 бүрек, 8 пар ситек һәм сәхнә күлдәктәре алыуға етә.
—Мәҙәниәтте үҫтереүгә өлөш индергән хакимиәт башлығына, ата-әсәләргә ҙур рәхмәтлемен,—ти ансамбль етәксеһе.