Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Октябрь 2025, 08:10

Рухланырға килегеҙ!

«Тарпан» этно-фолк төркөмө 30 октябрь көнө Сибай концерт-театр берекмәһе сәхнәһендә үҙенең беренсе концертын тәҡдим итә. Унда һәр кем үҙенең йөрәгенә рух, күңеленә илһам алырына иманыбыҙ камил. Сөнки һеҙҙе боронғо көйҙәрҙән алып заманса эстрада композицияларына тиклем башҡорт музыкаһы донъяһына онотолмаҫлыҡ сәйәхәт көтә.

Рухланырға килегеҙ!
Рухланырға килегеҙ!

 

 

Сибай концерт-театр берекмәһе үҙ тамашасыларын әленән-әле өр-яңы һәм оригиналь концерттар, театрлаштырылған тамашалар, шоу-программалар менән ҡыуандырып тора. 1 октябрҙә ололар өсөн романс һәм ретро йырҙарҙан торған бик йылы, хисле концерт ҡуйылһа, әлеге ваҡытта бөтә ижади коллектив үҙенең яңы миҙгелен асыу тамашаһы өҫтөндә эшләй. Шулай уҡ коллективтарҙа ла әүҙем әҙерлек бара. Мәҫәлән, «Тарпан» этно-фолк төркөмө 30 октябрь көнө берекмә сәхнәһендә үҙенең беренсе концертын тәҡдим итә. Унда һәр кем үҙенең йөрәгенә рух, күңеленә илһам алырына иманыбыҙ камил. Сөнки һеҙҙе боронғо көйҙәрҙән алып заманса эстрада композицияларына тиклем башҡорт музыкаһы донъяһына онотолмаҫлыҡ сәйәхәт көтә.

Сибай концерт-театр берекмәһендә өсөнсө йыл уңышлы эшләп килгән «Тарпан» төркөмө "Мәҙәниәт", "Йәштәр һәм балалар" милли проектына ярашлы халҡыбыҙҙың халыҡ йырҙарын, көйҙәрен һәм йолаларын өйрәнеү менән әүҙем шөғөлләнә. Улар онотолоп барған йәки аҙ билдәле булған өлгөләрҙе табыу һәм уларҙы халыҡҡа еткереү йүнәлешендә эшләйҙәр. Төркөм халыҡ музыкаһын хәҙерге заман тыңлаусыһы өсөн ҡыҙыҡлы һәм аңлайышлы итеп башҡарыуҙы иң мөһим бурысы тип һынай. «Тарпан»дарҙың һәр сығышы көслө, моңло, рухлы, улар үҙ тамашасыларын мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тирәләй берләштереп өлгөрҙө лә инде. Бына ошо маҡсаттар менән янған ижади ҡомар һәләтле артистарыбыҙҙы бер коллективҡа тупланы. Төркөмдөң составына музыкаль етәксе һәм идея ойоштороусыһы Йәғәфәр Нәҙершин, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, ҡурайсы Раушан Ниязғолов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, баянсы Дим Шәрәфиев, һуҡма инструменттар оҫтаһы Сергей Филиппов, думбырасы Альмира Баймырҙина инә. Быйыл төркөм йәш көстәр менән тулыланды. Ҡурайсы, республика фестивалдәре лауреаттары Буранбай Исҡужин һәм моңло тауышлы йырсы Наҙгөл Ултраҡова колективҡа яңы һулыш бирҙе. Билдәле композитор, йырсы Азат Исҡужин да концертҡа йәм өҫтәй. Репертуарҙарында автор әҫәрҙәре лә, билдәле композиторҙарҙың йырҙары ла бар, әммә уларҙың ижады нигеҙендә башҡорт халыҡ йырҙарын һәм көйҙәрен фолк жанрында эшкәртеү һәм стилизациялау ята. Башҡорт мәҙәниәтен төрлө майҙансыҡтарҙа, шул иҫәптән республиканан ситтә лә күрһәттеләр, шуның менән мәғрифәтселек һәм мәҙәни миссияны үтәйҙәр тип әйтһәң, һис тә хата булмаҫ! Быға дәлил: артистар әле Санкт-Петербургта, Мәскәүҙә, Силәбелә, Свердловск һәм Ҡурған өлкәләрендә һабантуйҙарҙа, концерттарҙа сығыш яһап үҙ тамашасыларын тапты. «Халҡымдың хазинаһы» исемле мәктәп балалары өсөн әҙерләнгән лекторий менән төркөм республика мәктәптәрендә яңы быуынды халыҡ йырҙары, халыҡ музыка ҡоралдары менән таныштырып, уларға һөйөү тәрбиәләй.

Үткән һәм киләсәк, традициялар һәм хәҙерге заман, ғөмүмән алғанда, мәҙәни мираҫ өлгөләрен күрергә, хис-тойғолар кисерергә, илһам, иң мөһиме, рух алырға, килегеҙ, ҡәҙерле тамашасылар!

Гөлнара Хәсәнова.

 

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас