Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Сентябрь 2025, 09:50

Кем һуң ул герой?

Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сулпан» балалар театры 32-се яңы ижад миҙгелен «Герой» спектакле менән асты. Кем һуң ул герой? Спектаклдә ошо һорауға яуап эҙләнә. Бер төркөм үҫмерҙәр ...«Мәңгелек ут» янында ваҡыттарын күңелле уҙғара. Улар изге урындың әһәмиәтен аңлап та етмәй. Унда башын баҫып, тәрән уйҙарға бирелеп ултырған Тимербулат ҡартты (Фәһим Сөнәғәтов) осраталар. Ул тормош михнәттәрен күп күргән, күпте белә, күпте аңлай. Шуға ла ҡыҙҙар-егеттәр уның һүҙенә ҡолаҡ һалырға мәжбүр була. Оло кеше ата-бабаларыбыҙҙың, ир-егеттәрҙең төрлө яуҙарҙа күрһәткән батырлыҡтарын һөйләгәндә, йәштәр гугл аша нимә һуң ул геройлыҡ?—тигән һорауға яуап эҙләргә тотона. Ундағы яуаптарҙы уҡығас, бер үҫмер: «Герой булам тип берәй йортҡа ут төртөп, шунан балаларҙы алып сығырғамы? Йә булмаһа, көндәр буйы һыу буйында берәйһе батмаҫмы икән тип көтөп ултырырғамы?»--тигән һорауҙар бирә...

Кем һуң ул герой?
Кем һуң ул герой?

Пьесаның авторы--Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динара Ҡәйүмова, режиссеры--Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов, композиторы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаев, хореографы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре--Александр Родионов, рәссам-ҡуйыусыһы Миләүшә Дәүләтова, костюмдар буйынса рәссамы Азалия Раҡаева. Спектакль «Йәштәр һәм балалар» милли проекты, «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» һәм «Театр--балаларға» федераль проекты буйынса тормошҡа ашырылды.

Әҫәрҙең атамаһынан уҡ күренеүенсә, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү йылы сиктәрендә ҡуйылған премьераны ҡала мәктәптәре уҡыусылары ҡыҙыҡһынып ҡараны. Ижади төркөм—Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Фәһим Сөнәғәтов, Рәмзиә Сөнәғәтова, Гөлназ Исламғолова, һәләтле актерҙар—Морат Амантаев, Юлдаш Юлдыбаев, Урал Атанбаев, Салауат Мәхийәнов, Ишморат Моратов, Альбина Байназарова, Айгөл Ғөбәйҙуллина, Эльвира Мөхәмәтшина һәм башҡалар ролдәрен урын еренә еткереп башҡарып, зал менән диалог та булдыра алды.

Кем һуң ул герой? Спектаклдә ошо һорауға яуап эҙләнә. Бер төркөм үҫмерҙәр ...«Мәңгелек ут» янында ваҡыттарын күңелле уҙғара. Улар изге урындың әһәмиәтен аңлап та етмәй. Унда башын баҫып, тәрән уйҙарға бирелеп ултырған Тимербулат ҡартты (Фәһим Сөнәғәтов) осраталар. Ул тормош михнәттәрен күп күргән, күпте белә, күпте аңлай. Шуға ла ҡыҙҙар-егеттәр уның һүҙенә ҡолаҡ һалырға мәжбүр була. Оло кеше ата-бабаларыбыҙҙың, ир-егеттәрҙең төрлө яуҙарҙа күрһәткән батырлыҡтарын һөйләгәндә, йәштәр гугл аша нимә һуң ул геройлыҡ?—тигән һорауға яуап эҙләргә тотона. Ундағы яуаптарҙы уҡығас, бер үҫмер: «Герой булам тип берәй йортҡа ут төртөп, шунан балаларҙы алып сығырғамы? Йә булмаһа, көндәр буйы һыу буйында берәйһе батмаҫмы икән тип көтөп ултырырғамы?»--тигән һорауҙар бирә...

Геройлыҡты тик шунда ғына күргән үҫмерҙәргә башҡорт халҡының милли геройҙарынан башлап бөгөнгө көн батырҙары хаҡында ла һөйләп бирелә. Әҫәрҙә Урал батыр, Салауат Юлаев, Ҡаһым түрә, Миңлеғәле Шайморатов, Александр Матросов, Зоя Космодемьянскаяның ҡаһарманлыҡтары асыҡ күрһәтелде. Улар хаҡында тарихи мәғлүмәттәр бирелде.

-Һәр геройымды йөрәгем аша үткәреп, уның хаҡында, характеры тураһында мәғлүмәт туплап уйнарға күнеккәнмен. Был спектаклдә Александр Матросовты—башҡорт егете Шәкирйән Мөхәмәтйәновты уйнау ҡыҙыҡ та, ауыр ҙа булды. Геройым беҙҙең кеүек ябай кеше булған, әммә Тыуған илен ныҡ яратҡанға ла унда дошман аяғын баҫтырырға теләмәгән һәм кәүҙәһе менән дзотты ҡаплаған...Был ҡарар уға еңел бирелмәгәндер, башымдан мең төрлө уй үтте,--ти актер.-Ә бит бөгөн дә геройҙар беҙҙең арала. Спектаклдә махсус хәрби операцияла һәләк булған үҙебеҙҙең Сибай филармонияһы бейеүселәре Илнар Хәтмуллин, Рәил Хановтарҙың да батырлыҡтары сағылдырыла. Улар менән бер сәхнәлә сығыш яһаныҡ, бергә эшләнек. Бер төркөм артистарыбыҙ әле лә яу яланында төрлө ҡыйыулыҡтар күрһәтә. Улар ҙа үҙҙәренә күрә герой.

Балалар театры йәш көстәр менән тулыланыуы ҡыуандыра. Әйтәйек, Салауат Мәхийәнов—бик һәләтле егет. Тауышы ҡуйылған, үҙе йырлай, бейей.

-Быйыл ғинуарҙан театрҙа эшләйем. Башта ябай ролдәр генә бирһәләр, яңы миҙгелде асыу премьераһында төп ролдәрҙең береһе—Ҡаһым түрә ролен ышанып тапшырҙылар. Ышаныстарын аҡлау өсөн уның өҫтөндә ныҡ эшләнем,--ти Салауат.

«Сулпан» балалар театры һәр ваҡыттағыса, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән үтәй. Заман менән бергә атлаған, һуңғы йылдарҙа ныҡ актуаль булған тәрбиәүи саралар—балаларҙа патриотик рух, илһөйәрлек, телһөйәрлек тәрбиәләгән ижади коллектив «Герой» спектаклен һайлап яңылышмаған.

-Был әҫәрҙе Урал аръяғы райондары үҙәктәре сәхнәләрендә ҡуясаҡтыҙ. Сөнки декорация күп, улар тиҙ алмашына, ҙур сәхнлә өсөн иҫәпләнгән. Өфөгә ла алып барырға иҫәп тотабыҙ,--ти театрҙың художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Урал Зәйнуллин.

Гөлдәр Ҡадаева.

Кем һуң ул герой?
Кем һуң ул герой?
Кем һуң ул герой?
Кем һуң ул герой?
Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас