-7 °С
Болотло
«Еҙ төймә» ансамбле менән беҙҙең редакция 2022 йылда танышҡайны. Шул мәлдән уларҙың уңыштарын күҙәтеп барабыҙ. Яңынан-яңы конкурстарҙа, сараларҙа ҡатнашалар, призлы урын яулайҙар. Афарин! Яңыраҡ улар 6 өр-яңы гармунлы булып, Әбйәлил районында үткән гармунсылар слетында ҡатнашып ҡайтты.
Мөбәрәк Салихов, Самат Салихов, Хәйбулла Арғынбаев, Ғәфүр Йәнғолов, Миңлегөл Халиҡова, Рәсимә Халиҡова, Миңзифа Йосопова—ансамблдең төп көстәре. Улар моңло йырҙарҙы, көйҙәрҙе гармун теле менән халыҡҡа еткерә. Артабан да шундай дәртле, рухлы, әүҙем булып ҡалығыҙ! Ауылдарҙа моңдар тынмаһын!