Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Май 2025, 09:45

Афарин!

Хәйбулланың йәш дизайнерҙары лайыҡлы сығыш яһаны.

Афарин!
Афарин!

Ҡазанда «Арт-Авеню» XIV Халыҡ-ара мода театрҙары һәм дизайнерҙар фестиваль-конкурсы үтте.

Быйыл конкурста Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан рекордлы һанда коллективтар ҡатнашты! Жюри мода театрҙарының һәм дизайнерҙарҙың юғары әҙерлеген баһаланы, конкуренция ғәҙәттәгенән юғарыраҡ булды!

Башҡортостан Республикаһы исеменән Хәйбулла районының Балалар ижады йортоноң "Модалы дизайн" берекмәһе (етәксеһе Римма Хөснулла ҡыҙы Ишкилдина) лайыҡлы сығыш яһаны. Ҡыҙҙар "Тарихи костюм темаһына мөрәжәғәт иткән өсөн" махсус призына лайыҡ булды. Афарин!

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас