-Подрядсыларға бинаның ҡыйығын, тышҡы йөҙөн ремонтлау, инженер коммуникацияларын алмаштырыу, тупһаға пандустар ҡуйыу, шулай уҡ театр биләмәһен төҙөкләндереү бурысы ҡуйылды,--ти театрҙың баш инженеры Варис Хәмитов.-Эштәр ике этапта алып барыласаҡ. Беренсе этап быйыл атҡарылһа, икенсе этап иһә 2026 йыл дауамында барасаҡ. Капиталь ремонт тулыһынса 2026 йылдың 1 декбаренә тиклем тамамланырға тейеш.
Беренсе этапта бинаның ҡыйығы, тышҡы йөҙө ремонтлана, тәҙрәләр, йылылыҡ селтәре, һыуыҡ, эҫе һыу торбалары алмаштырыла. Шулай уҡ тамашасылар залын, хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмәләрҙе йылытыу ҙа ҡарала. Залдағы кондиционерҙар яңыртыла, ике камералы тәҙрә пакеттары ҡуйыла.
-2004 йылда сафҡа ингән театр бинаһы 21 йыл эсендә тәүге тапҡыр капиталь ремонтҡа ябылды. Былтыр туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар мәлендә ҡыйыҡтың сафтан сығыуы асыҡ күренде: бинаға һыу ағып төштө. Бынан тыш бина бигүк йылы түгел, шуға ла уны нығытыуға иғтибар бүләбеҙ. Электр ҡоролмалары күптән яңыртыуҙы талап итә ине,--ти театрҙың директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илнур Риза улы Әбдрәшитов.-Тамашысылар театрға ингәс тә фойеға үтә. Әлбиттә, уның торошо ҡәнәғәтләнерлек, әммә ремонттан һуң тағы ла күркәм төҫ аласаҡ. Артистарҙың эш бүлмәләрендә лә ромонт атҡарыласаҡ.
Илнур Риза улы әйтеүенсә, вентиляция ҡоролмалары, янғын һағы баҫҡыстары ла урынлаштыласаҡ. Янғын һағы һәм бинаны һаҡлау системаһы яҡшыртыласаҡ.
Бинаға капиталь ремонт яһалһа ла, театрҙың тышҡы йөҙө элекке төҫөн һаҡлап ҡала. Әлбиттә, биҙәлеш материалары алмаштырыла, тик ул бинаның тышҡы йөҙөн ныҡ үҙгәртмәй.
2026 йылда башҡарыласаҡ ремонттың икенсе этабында башлыса бина эсе яңыртыласаҡ. Йәғни, иҙән алмаштырыла, театрҙың эске яғына косметик ремонт яһала.
Театр коллективы 2 йылға яҡын үҙ урынында эшләй алмауҙарының сәбәбе яҡшы ниәт булыуын аңлай. Шуға ла 94-се ижади миҙгел ябылғанға ҡәҙәр репертуарҙағы спектаклдәрен Сибай концерт-театр берекмәһе сәхнәһендә ҡуйыуҙарын дауам итә.
-Яңы әҫәрҙәр өҫтәндә лә эшләйбеҙ, планлаштырылған гастролдәргә лә сығасаҡбыҙэ Бындай ғына уңайһыҙлыҡтар ижадыбыҙға бер нисек т ә ҡамасауламай,--тип һүҙен йомғаҡланы Илнур Әбдрәшитов.
Гөлдәр Ҡадаева.