Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Ғинуар 2025, 09:15

Мәҙәниәт йорто ремонтланды

Комбинат мәҙәниәт йортона ремонт эшләгән

Мәҙәниәт йорто ремонтланды
Мәҙәниәт йорто ремонтланды

«Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәте көсө менән Бүребай ауылының мәҙәниәт йортонда күләмле ремонт үткәрелде. Тамаша залының интерьерын яңыртыу буйынса эштәр башҡарылды: иҙәндәр һәм стеналар ремонтланды һәм буялды, сәхнә реставрацияланды. Айырыуса иғтибар яҡтыртыуға йүнәлтелеп, 80-дән ашыу иҫке яҡтыртыу ҡоролмаһы заманса светодиодлыларына алмаштырылды. Мәҙәниәт учреждениеһы хәҙер эстән дә, тыштан да сағыу һәм заманса төҫ алған. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт шарттары күпкә яҡшырған, ә сараларға йөрөү урындағы халыҡ һәм Бүребай ҡунаҡтары өсөн тағы ла күңеллерәк була башлаған.

#МиллиПроект
#Мәҙәниәт

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас