Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Декабрь , 20:00

Милли бейеү көнө булдырылды

«21 октябрҙә күренекле башҡорт балетмейстеры Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәровтың тыуған көнөнә ҡарата Милли бейеү көнөн булдырырға кәрәк тип иҫәпләйем», – тине Радий Хәбиров.

Милли бейеү көнө булдырылды
Милли бейеү көнө булдырылды

Башҡорт бейеүе – мәҙәниәтебеҙҙең сағыу символдарының береһе. Бейеү теле барыһына ла аңлашыла. Башҡортостан Башлығы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезында төбәктә милли хореографияны үҫтереүгә әүҙем ярҙам итеүҙәрен әйтеп үтте.

«21 октябрҙә күренекле башҡорт балетмейстеры Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәровтың тыуған көнөнә ҡарата Милли бейеү көнөн булдырырға кәрәк тип иҫәпләйем», – тине Радий Хәбиров.

Йыл һайын Милли кейем көндәре билдәләнә, тип иҫкә төшөрҙө ул. Бөгөн республикала күптәр рәхәтләнеп этно-стилдәге кейемдәр кейеп, биҙәүестәр тағып йөрөй.

«Беҙҙә эшлекле башҡорт милли костюмы тегелде, уны үҫтереү идеялары бар. Быға йыл да иң яҡшы милли кейем оҫталарын йыйған сағыу «Тамға» конкурсы булышлыҡ күрһәтә. Беҙ ошо мөһим йүнәлеште үҫтереүҙе дауам итербеҙ. Быйылдан башлап 10 октябрь – Ҡурай көнө. Дәүләт ҡурайсылар ансамблен ойоштороуҙы ошо эштә мөһим аҙым тип иҫәпләйем»,– тип билдәләне Радий Хәбиров.



Сығанаҡ: Башинформ

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: