Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Ноябрь , 10:15

Юлдыбай әртистәре шәп!

Йылайыр районы Юлдыбай ауылының «Шоңҡар» үҙешмәкәр театр коллективы Балтас районында Фәрдүнә Ҡасимова призына үткән VI республика театр фестивалендә Гран-при яуланы.

Юлдыбай әртистәре шәп!
Юлдыбай әртистәре шәп!

—21-23 ноябрь Балтас районында уҙғарылған Фәрдүнә Ҡасимова призына уҙғарылған "Тамаша" фестивалендә беҙҙең «Шоңҡар»ҙар Гран-при яулап ҡайтты. Күпме көс түгеп, тырышыуҙарының һөҙөмтәһе юғары баһаланды. Шулай уҡ Земфира Кинйәбаева—"Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" номинацияһына, ә Тимур Ҡорбанғәлиев Фәрдүнә Ҡасимованың махсус призына лайыҡ булды.
Абруйлы жюри ағзаларының күңеленә үтеп инеп, хуштарын китәргәнсе уйнауҙарына беҙ, ауыл халҡы, әлбиттә, һис тә шикләнмәй инек, улар беҙҙең ышанысты аҡланы. Афарин! Фестивалға барыуға ярҙам иткән һәр береһенә шәхсән үҙемдең һәм ауыл халҡы исеменән оло рәхмәтемде белдерәм. Беҙҙең ауылыбыҙҙы, мәҙәниәт йортобоҙҙо «Шоңҡар»ҙар тағы ла бер баҫҡысҡа күтәрҙе. Үҙ эштәрен, ғаиләләрен ҡалдырып, театрға ғашиҡ йәндәргә һәм, әлбиттә, етәкселәре Фирҙәүес Рафаил ҡыҙы Сырлыбаеваға ҙур рәхмәт. Киләсәктә лә сәнғәтте ташламай, сәхнәбеҙ биҙәге, ауылыбыҙҙың йәме булып тағы ла бик күп спектаклдар менән халыҡты ҡыуандырырҙар тип ышанам һәм сәхнәләрҙә көтөп ҡалабыҙ,—ти Юлдыбай ауылы хакимиәте башлығы Илнур Ҡорбанғәлиев.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: