Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһында махсус хәрби операция темаһына ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы өҫтөндә эш башланды. Әлегә фильмдың исеме — «Бетеү».
Режиссеры һәм идея авторы иһә тамашасыларға «Өс хат», «Кластан тыш дәрес» фильмдары, «Күршеләр» сериалы менән билдәле булған Руслан Юлтаев.
Киностудияның матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, сюжет буйынса героиня берҙән-бер ейәнен махсус хәрби операцияға хеҙмәт итергә ебәрергә теләмәй. Уны туҡтатыу өсөн ул бетеүҙе алып ҡала. Үҙенең хатаһын аңлағас, бетеүҙе гуманитар ылау менән тапшырырға тырыша, әммә был еңелдән булмай.
Ижади команданың бер өлөшө локациялар эҙләргә юлланған. Фильм күркәм тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Ишембай районында һәм унда йәшәгән халыҡтың өйҙәрендә төшөрөлә.
БАШИНФОРМ