Белеүемсә, билдәле яҙыусы Зифа Ҡадырованың ҡатын-ҡыҙҙарҙың әсе яҙмыштарына бәйле китаптарын яратып уҡыйҙар. Һиҙеүемсә, шул уҡ ҡатын-ҡыҙҙар йығылып ятып уҡый. Күҙаллауымса, был бушҡа түгел--ваҡыты-ваҡыты менән балауыҙ һығып алыу ҡатын-ҡыҙға кәрәк, шундай ихтыяж бар уларҙа, сөнки әсәй булған, әсәй буласаҡ йән заттарында йәлләү тойғоһо ирҙәргә ҡарағанда күпкә көсләрәк. Яҡташыбыҙ, Учалы районы Ахун ауылында тыуып үҫкән Зифа Ҡадырова әле Яр Саллы ҡалаһында йәшәй. Тиҙҙән, йәғни февралдең ун бишендә Татарстандың Беүә дәүләт драма театры уның “Бәхеткә юл ҡайҙан?” әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклде Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт театры сәхнәһендә күрһәтәсәк. Кемдәр был ҡыҙғаныс ваҡиғаларға ҡоролған романды уҡыған, килеп ҡарағыҙ, хистәрегеҙҙе яңыртығыҙ. Уҡымағандар, спектаклде килеп ҡараһа, мотлаҡ был популяр китапҡа йәбешәсәк, йә булмаһа, интернет селтәренән аудиояҙмаһын табып тыңлаясаҡ. Быға иманым камил. Килегеҙ, көтәбеҙ.
Радик ӨМӨТҠУЖИН, театрҙың әҙәби бүлек етәксеһе.
Фото: