Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Ноябрь 2023, 10:05

ҮТКӘНДӘРҘЕ БЕЛЕҮ МӨҺИМ

«Алға, Сибай» урындағы йәмғиәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тәҡдим ителгән “Ғаилә керәҙе” проекты сиктәрендә “Быуындар бәйләнеше” семинары уҙҙы.

ҮТКӘНДӘРҘЕ БЕЛЕҮ МӨҺИМ
ҮТКӘНДӘРҘЕ БЕЛЕҮ МӨҺИМ

«Алға, Сибай» урындағы йәмғиәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тәҡдим ителгән “Ғаилә керәҙе” проекты сиктәрендә “Быуындар бәйләнеше” семинары уҙҙы. Сарала өләсәйҙәр, әсәйҙәр, 5-7 йәшлек кескәйҙәр ҡатнашты. Төп маҡсат балаларға башҡорт халҡы йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәтеү ине. Бөгөн быуындар бәйләнешен тергеҙеп, йәш быуында мәҙәниәткә, тарихҡа ихтирам уятыу мөһим һәм көнүҙәк.

Сараға килеүселәр буҙа, талҡан кеүек милли ризыҡ һәм йөн тетеү, ҡорама ҡорау эше менән танышты. Семинар һуңында милли ризыҡтар менән сәй эстеләр.

 

Гөлсара Мөхәмәтйәнова, "Тирмәкәй" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: