АТАЙСАЛ
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Июль 2023, 17:47

Сибай артистары маҡтаулы исем алды!

Сибай концерт-театр берекмәһенән былтыр көҙ өлөшләтә мобилизацияға эләккән артистарға "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы" маҡтаулы исеме тапшырылды Награданы хәрбиҙәр төбәк Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан алды.

Бөгөн ЦУР-ҙағы оператив кәңәшмәлә төбәк Башлығы Радий Хәбиров Сибай концерт-театр берләшмәһенән махсус операцияға юлланған бейеүселәргә «БР-ҙың атҡаҙанған артисы» исемен тапшырҙы. Был исемгә улар бейеү сәнғәте өлкәһендә күрһәткән оҫталығы һәм ҡаҙаныштары өсөн лайыҡ булған. Егеттәр күптән түгел ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. 

– Был егеттәр алғы һыҙыҡта үҙенең хәрби бурысын үтәй. Шул уҡ ваҡытта улар башҡорт мәҙәниәтенең сағыу вәкилдәре. Сибай концерт-театр берекмәһенән бик күп егеттәр хеҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптән түгел “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Илнар Хәтмуллин һәләк булды. Ул мәңге беҙҙең хәтерҙә! 

Егеттәр республика етәкселегенә хәрбиҙәргә күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.

Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА