АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Октябрь 2022, 15:50

РЕСПУБЛИКА КӨНӨНӘ КОНЦЕРТ

11 октябрҙә биш ҡалала ла Республика көнөнә ҡарата концерттар була. Артистар Һарытау, Ҡазан, Пенза, Елань, Вольск ҡалаларына юллана... Тимәк, ир-егеттәргә республикабыҙҙан йырлы-моңло күстәнәс буласаҡ.

РЕСПУБЛИКА КӨНӨНӘ КОНЦЕРТ
РЕСПУБЛИКА КӨНӨНӘ КОНЦЕРТ

Башҡортостан артистарынан торған агитбригадалар республиканан мобилизацияланған ир-егеттәрҙең хәрби әҙерлек урындарына юлланды. Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Мәҙәниәт министрлығы агитбригадалар ойошторҙо. Унда республика, ҡала һәм район мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, башҡорт эстрадаһының популяр артистары Рәмил Бәҙәмшин, Азат Биксурин, Алена Завьялова, Тимур Рамазанов, Карина Низамова, Эдуард Хөснөтдинов, «Zainetdin» этно-шоу проекты, «Дәрүишхан» төркөмө һәм башҡалар инде.

— 11 октябрҙә биш ҡалала ла Республика көнөнә ҡарата концерттар була, —тине мәҙәниәт министры. — Артистар Һарытау, Ҡазан, Пенза, Елань, Вольск ҡалаларына юллана.

 

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Резеда Валиева