Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Сентябрь 2022, 19:57

Ҡурай моңона күмелде Хәйбулла ере!

Беҙҙә ун дүртенсе тапҡыр мәшһүр яҡташыбыҙ –Йомабай Иҫәнбаев иҫтәлегенә һоҡланғыс таланттарҙың күркәм бәйгеһе ойошторолдо. Ике көн дауамында республиканың ғына түгел, тотош илдең төрлө төбәктәренән килгән өс йөҙҙән ашыу бәйгесе ҡурайҙа уйнау оҫталығында көс һынашты.

Ижади бәйгелә үҙешмәкәр һәм профессиональ музыканттар, шулай уҡ ансамблдәр ҡатнашты. Жюри тарафынан уйнау оҫталығы, сәхнәлә үҙҙәрен тота белеүҙәре, үҙенсәлекле сығыштар билдәләнде.
Гран-при үҙебеҙҙең Хәйбулла егете - Рәдиф Бохарбаевта! Үҙенең башҡарыу оҫталығы менән жюри ағзаларын әсир итеп, төп бүләк - атты етәкләп ҡайтты ул бәйгенән! Рәдифте һәм бөгөнгө бәйгелә ҡатнашҡан, еңеү яулаған һәр ҡурайсыны ихлас күңелдән ҡотлайым. Был бәйге, хәйбулла ере барыһының да күңелендә тик матур, сағыу хәтирәләр генә ҡалдырғандыр тип ышанам. Йәшәһен ҡурай моңо, йәшәһен башҡорт иле!» - тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Хәйбулла районы хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов.

Ҙур бәйгене илебеҙҙең иң дәрәжәле, иң бәҫле ҡурайсылары баһаланы:
1. Башҡортостандың халыҡ артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, 1991 йылда етенсе Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар бәйгеһендә Гран-приға лайыҡ булыусы, жюри ағзаһы Рәсүл Рафиҡ улы Ҡарабулатов;

2. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, 1999 йылда туғыҙынсы Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар бәйгеһендә Гран-приға лайыҡ булыусы, жюри ағзаһы Айбулат Дәүләтбай улы Рәхмәтуллин;

3. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 2011 йылда ун икенсе - Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар бәйгеһендә Гран-приға лайыҡ булыусы, жюри ағзаһы Нурғәли Мирғәли улы Ҡайыҡбирҙин;

4. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Григорий Аксаков ордены дәүләт наградаһына лайыҡ булыусы, 2016 йылда ун өсөнсө Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар бәйгеһендә Гран-приға лайыҡ булыусы, жюри ағзаһы Мөхәмәт Усман улы Түләбаев;

5. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ – ара, республика конкурстары лауреаты, жюри ағзаһы Ильдар Әбделмән улы Юнысов;

6. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, жюри сәркәтибе - Эльвира Искәндәр ҡыҙы Әхмәтйәнова.

7. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, 1978 йылда Йомабай Иҫәнбаев исемендәге беренсе Республика ҡурайсылар бәйгеһендә Гран-приға лайыҡ булыусы – жюри рәйесе Юлай Ишбулды улы Ғәйнетдинов.

“Ҡош юлы” халыҡ фольклор ансамбле таҡмаҡтар әйтеп, жюри ағзаларын сәхнәгә сығып бейетте бөгөн. Ҡурай моңдарын да башҡарҙы улар байрамға йыйылған тамашасыларға.

Автор:гульдар кадаева