АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Сентябрь 2022, 11:55

БАШҠОРТ КЕЙЕҘЕ

Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында күргәҙмә эш башланы.

БАШҠОРТ КЕЙЕҘЕ
БАШҠОРТ КЕЙЕҘЕ

Бөгөн, 2 сентябрь, Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Хөкүмәтенең «Рәсәй йәне» премияһы лауреаты, Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллинаның "Башҡорт кейеҙе" исемле персональ күргәҙмәһе эшен башланы. Унда ҡырҡтан ашыу кейеҙ балаҫы, кейеҙҙән эшләнгән кейемдәр, төрлө өйберҙәр урын алған.

Күргәҙмә Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы сиктәрендә үтә һәм ҡала халҡын, ҡунаҡтарҙы башҡорттарҙың боронғо кәсептәренең береһе – кейеҙ баҫыу серҙәре менән таныштыра.

Сара барышында оҫталыҡ дәрестәре лә ҡаралған.

Ҡул эштәрен 30 сентябргә тиклем күрә алаһығыҙ, рәхим итегеҙ!


Сығанаҡ:https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_55604

Автор:Резеда Валиева