АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Август 2022, 18:40

Сибай артистары был юлы Нурсолтанда

Сибай концерт-театр берекмәһе артистары Ҡаҙағстандың Ҡостанай ҡалаһында уҙған беренсе йыйындан ҡайтып та өлгөрмәне, ҡаҙаҡтарҙың баш ҡалаһы Нур-Солтанға башҡорт йыйынына саҡырылды. Мәғлүм булыуынса, унда 16 меңләп башҡорт йәшәй. Концерт-театр берекмәһе артистары һәр ваҡыттағыса сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙгә халҡыбыҙҙың йыр-моңон, дәртле бейеүҙәрен бүләк итте.

Сибай артистары был юлы Нурсолтанда
Сибай артистары был юлы Нурсолтанда

Ҡаҙағстандың Ҡустанай ҡалаһында беренсе тапҡыр «Йыйын» башҡорт байрамы ойошторолдо. Ҙур сараны «Башҡортостан Республикаһының Конгресс-бюроһы» ойошмаһының Ҡаҙағстан Республикаһындағы вәкиллеге ярҙамында «Азатлыҡ» башҡорт этномәҙәни берләшмәһе үткәрҙе.

Ҡаҙағстандағы сарала шул төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙ, бихисап ҡунаҡтар ҡатнашҡан.
Ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса Ҡаҙағстан Башҡортостандың сауҙа партнерҙары араһында тәүге унау иҫәбендә ҡала.
Ҡустанайҙа Сибай ҡалаһы филармонияһы артистары сығыш яһаны. Байрам ҡунаҡтары өсөн улар башҡорт халыҡ һәм заманса «Шәл бәйләнем», «Тыуған яҡ», «Халҡыма» һәм башҡа йырҙарҙы, шулай уҡ боронғо һәм заманса бейеүҙәрҙе алып барған.
Сара сиктәрендә спорт һәм традицион ярыштар, халыҡ уйындары ойошторолған. Көрәштә еңеүсегә төп бүләк – һарыҡ тапшырылған. Байрам ҡунаҡтары алдында үҙешмәкәр йырсылар, бейеүселәр һәм инструменталистар сығыш яһаған.
Урындағы халыҡ шулай уҡ Башҡортостанда етештерелгән продукция менән танышҡан, башҡорт балы, шифалы үләндәр һәм башҡа тауарҙар һатып алған.Мәғлүм булыуынса, былтыр 29 сентябрҙә Ҡаҙағстандың Нур-Солтан ҡалаһында «Офис-төркөм» Башҡортостан Республикаһы Конгресс-бюроһы» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының вәкиллеге эшләй башлағайны. Ҡаҙаҡ ҡәрҙәштәр бындай йыйындың йыл да уҙғарылыуын теләүҙәрен белдерҙе.

Автор:Гульдар Кадаева