АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Июнь 2022, 20:52

Йәүҙәт Бикбирҙындың исеме ҡабаттан мәңгеләштерелде.

Яҡташыбыҙ, атаҡлы бейеүсе Йәүҙәт Бикбирҙындың исеме алтын хәрефтәр менән яҙылып хәҙер тыуған Күсей ауылын биҙәй.

Йәүҙәт Бикбирҙин - бейеү сәнғәтенең аҫылы

11 июндә Баймаҡ районы Күсей мәҙәниәт йортонда мәшһүр бейеү ҡуйыусы Йәүҙәт Бикбирҙин иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.

Тантана ла Башҡортостан Республикаһы Премьер министры урынбаҫары АзатБадранов, Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы етәксеһе Иҙел Солтанов ,"Саптар" өлгөлө бейеү студияһы етәксеһе Радик Бакиров,"Ирәндек" бейеү ансамбле ветерандары, Йәүҙәт Бикбирҙиндың туғандары,ауылдаштары , уның ижадын яратҡан сәнғәт һөйөүселәр ҡатнашты.
Йәүҙәт Бикбирҙындың ижады халыҡсан булыуы менән мәңгелек.
Ул һалған "Каруанһарай", "Ҡараһаҡал", "Игеҙәков", "Перовский", "Ҡара тауыҡ", "Кәкүк", Ҡаһым түрә", "Әмин һәтәүе" һәм башҡа бейеүҙәр ҙең һәр береһендә тарихи геройҙарҙы ғына түгел, ә ябай кешенең күңел торошон, уй хистәрен күрергә мөмкин. Бейеү ҡуйыусыны яҡшы белгән замандаштары , уның һәр күҙәнәге бейей ине, тейҙәр... Йәүҙәт Бикбирҙендең яҙмышы ла ҡатмарлы була.Ижад күңеле гел генә азатлыҡҡа ынтыла. Шуға күрә , ул үҙен әрнеткән һорауҙарға яуапты бейеү хәрәкәттәрендә эҙләй. Эҙләй генә түгел, таба һәм кинәйә менән ҙур сәхнәгә сығара.. Уның бейеүҙәре быуаттар менән быуаттар алышынһа ла халыҡ күңелендә йәшәй. Мәҫәлән, быйыл балалар араһында үткән" Байыҡ " бәйгеһе еңеүсеһе Әмир Солтанов башҡарған"Генерал Игзаков" бейеүе ошо таҡтаташ асыу тантанаһының иң тулҡынландырғыс өлөшө булғандыр.

Йәүҙәт Бикбирҙындың исеме ҡабаттан мәңгеләштерелде.Бөгөн уның һүрәте , алтын хәрефтәр менән яҙылып , тыуған Күсей ауылын биҙәй. Ошондай шәхесебеҙҙең исемен мәңгеләштереүҙә ҙур өлөш индергән етәксе, Башҡортостандың Премьер министр урынбаҫары Азат Бадрановҡа республикабыҙҙың бөтә сәнғәт, мәҙәниәт вәкилдәре, Баймаҡ халҡы исеменән оло рәхмәт белдерәбеҙ, Шәхестәрен данлаған ил генә бөлмәҫ һәм һүнмәҫ.

 

ә һеҙ Йәүҙәт Бикбирҙинды беләһегеҙме?
эйе
юҡ
Яуап
Автор:гульдар кадаева