Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Июнь 2022, 15:45

Эх, ҡымыҙы, ҡымыҙы!

Сибай ҡалаһында  IV "Урал аръяғы-2022" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы бара. Сарала ҡатнашыусылар шәмбе көнө, йәғни 4 июндә Баймаҡ районының йәмле Граф күле буйында үтәсәк  район һабантуйында ҡатнаша. Уларҙы бай һәм сағыу программа көтә.

Эх, ҡымыҙы, ҡымыҙы!
Эх, ҡымыҙы, ҡымыҙы!

Был көндә һабантуй биләмәһендә халыҡ-ара  “ҠЫМЫҘФЕСТ” фестивале үтә. Сара “Урал аръяғы-2022” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә ойошторола.

Фестивалдә Хәйбулла, Әбйәлил, Көйөргәҙе, Баймаҡ, Йылайыр, Дәүләкән һәм Әлшәй райондары, шулай уҡ Бүрәт һәм Тыва республикаларынан, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән һәм Пермь крайынан ҡунаҡтар ҡатнаша.

Инвестиция һабантуйы ҡунаҡтары башҡорт халҡының милли ризығы - шифалы ҡымыҙҙы тәмләп кенә ҡарамаясаҡ,  ә уны етештереү, иң алдынғы ҡымыҙ етештереүселәр менән шәхсән танышып, үҙҙәре үк оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, милли эсемлекте етештереү технологиялары менән танышасаҡ.

Шулай уҡ фестиваль майҙансығында “Башҡорт аты тарихы” экспозицияһы урын аласаҡ. Ошонда уҡ эшлекле һөйләшеү зонаһы булдырылған, башҡорт тоҡомло  атын һаҡлау һәм үҫтереү, ҡымыҙҙы нисек һаҡлау, ялған ҡымыҙ һатыусылар менән көрәшеү юлдарын барлау буйынса ла фекер алышыу буласаҡ. Быйыл август айында Баймаҡ районында үтәсәк “Башҡорт аты” көндәренә әҙерлек буйынса ла һөйләшеү ҡаралған.

Эшлекле сараның спикерҙары булып  “Ирәндек” хәйриә фонды рәйесе Әкрәм Хөсәйенов, “Толпар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Даян Иштимеров, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫарының милли спорт уйындарын үҫтереү, Пермь крайының “Көрәш” федерацияһы президенты, “Бардым продукттары” проекты етәксеһе Рушан Шәрипов,  шәхси эшҡыуар Ғәзиз Байбулов һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ.

Фестиваль майҙансығында шулай уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, милли этностилдә йыһазландырылған тирмәләрҙә башҡорт халҡының тормош-көнкүрешен, мәҙәниәтен сағылдырған экспонаттар менән танышырға мөмкин.

Һабантуйға килегеҙ, “Ҡымыҙфест” та ҡатнашып, батырҙар эсемлеген ауыҙ итеп, үҙегеҙгә көс-ҡеүәт алып ҡайтығыҙ!

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

Эх, ҡымыҙы, ҡымыҙы!
Эх, ҡымыҙы, ҡымыҙы!
Автор:Гульдар Кадаева