Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Май 2022, 11:55

СӘХНӘЛӘ — ПРЕМЬЕРА!

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында—премьера! 19 май көнө театр сәхнәһендә А.Вампиловтың “Өлкән улым” комедияһы ҡуйыла. Ҡуйыусы—режиссеры Вадим Ғилманов. Рәссамы—Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Яшкулов.

Бусыгин һәм Сильва исемле ике йәш егет төнгөлөккә йоҡларға урын эҙләп Сарафановтар йортона килеп эләгә. Сарафановтар ғаиләһенең үҙ сере бар. Был осраҡлы осрашыу кемдәрҙең яҙмышын үҙгәртер һәм ни өсөн комедия “Өлкән улым” тип атала? Тамашасы спектакль барышында ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табасаҡ һәм, әлбиттә, театрҙың актерҙары менән бергә күңелле ял сәғәттәре үткәрәсәк. Хөрмәтле Сибай халҡы һәм ҡала ҡунаҡтары! Премьераға рәхим итегеҙ. Билеттар театр кассаһында һәм театрыбыҙҙың сайтында һатыла. Пушкин картаһы менән түләү мөмкинселеге бар. Спектакль рус теленә синхрон тәржемә менән барасаҡ.

Автор:Резеда Валиева