АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Ғинуар 2022, 17:25

ИХ, КҮГӘРСЕНКӘЙҘӘРЕМ

Еңел булмаған тормош юлы үткән, үткәндәрен уйлап, үҙҙәрен йыуатыуҙан ҡасҡан, һөйөп-һөйөлөп йәшәргә теләгән дүрт әхирәт тураһында яҡты, тетрәндергес, шул уҡ ваҡытта ябай спектакль… Әхирәттәрҙең йәше үтеп барыуға ҡарамаҫтан, өмөттәре һүнмәгән. Бына өйлө кейәү пәйҙә була. Кемдең өлөшөнә төшөр көмөш ул?

ИХ, КҮГӘРСЕНКӘЙҘӘРЕМ
ИХ, КҮГӘРСЕНКӘЙҘӘРЕМ

Еңел булмаған тормош юлы үткән, үткәндәрен уйлап, үҙҙәрен йыуатыуҙан ҡасҡан, һөйөп-һөйөлөп йәшәргә теләгән дүрт әхирәт тураһында яҡты, тетрәндергес, шул уҡ ваҡытта ябай спектакль… Әхирәттәрҙең йәше үтеп барыуға ҡарамаҫтан, өмөттәре һүнмәгән. Бына өйлө кейәү пәйҙә була. Кемдең өлөшөнә төшөр көмөш ул? Әҫәрҙә күтәрелгән тема һәр быуын өсөн көнүҙәк: тормош хаҡында, һәр кемдең камил һәм камил булмаған ҡылыҡтары тураһында уйландыра...

 

7-8 ФЕВРАЛЬ А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында - Ф.Бүләковтың "Их, күгәрсенкәйҙәрем!" лирик комедияһы премьераһы! Рәхим итегеҙ!

 

💥Ролдәрҙә:

✨Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова,
✨Башҡортостандың халыҡ артисы Нурзиә Әбдрәшитова,
✨Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин,
✨Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфирә Йосопова,
✨Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Хәкимова.

💥Художестволы-ҡуйыу төркөмө:
✨Ҡуйыусы режиссер - Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов,
✨режиссер - Денис Нурғәлин,
✨ҡуйыусы рәссам – Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Яшкулов,
✨композитор – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин,
✨балетмейстер – Фәйрүзә Сәлимгәрәева.

Автор:Резеда Валиева