Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Ноябрь 2021, 09:35

Юлай Моратовты иҫкә алып

12 ноябрҙә Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР - ҙың мәғәриф отличнигы, талантлы музыкант - баянсы, данлыҡлы композитор Юлай Моратовтың хәтер кисәһе һәм Юлай Моратов исемендәге III асыҡ ҡала һәүәҫкәр композиторҙар конкурсының Гала - концерты үтте. Юлай Хәким улы Моратовтың ижадына битараф булмаған тамашасылар күңеленә был кисә хуш килде. Быйыл конкурста Мәскәү ҡалаһынан, Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан йәмғеһе 20 - нән ашыу композитор ҡатнашты. Конкурста ҡатнашыусы барлыҡ композиторҙарға ижади уңыштар теләп оло хөрмәт менән ҙур рәхмәт еткерәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы уларҙың күптәре йыраҡтан һәм оло быуын вәкилдәре булараҡ пандемия сәбәпле, был сарала ҡатнаша алманы.

Юлай Моратовты иҫкә алып
Юлай Моратовты иҫкә алып

 Уларҙың бүләктәре һәм дипломдары үҙ эйәләренә еткереләсәк. Конкурсанттарҙы баһалаусы жюри ағзалары : жюри рәйесе, Башҡортостан композиторҙар ойошмаһы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре профессионал композитор Айрат Рәшит улы Ғайсин;
Өфө "Нур " татар драма театрының музыка бүлеге мөдире , Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты , Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Юлай Хәмит улы Үҙәнбаев;
Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры музыка бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Илшат Ғәббәс улы Яхин;
Сибай концерт - театр берекмәһенең ижад буйынса директор урынбаҫары , Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Париж улы Туйсин.
Шулай итеп конкурстың еңеүселәре билдәләнде:
1 урын -Әбйәлил районынан Сабитов Вәғиз һәм Салауат районынан Ғәйфуллина Альбина;
2 урын - Сибай ҡалаһынан Гүзәл Баянова,Өфө ҡалаһынан Флёра Шәрипова, Сибай ҡалаһынан Мәмдүҙә Илбаҡова;
3 урын - Учалы ҡалаһынан Элиза Ғәлимова, Учалы ҡалаһынан Марсель Нәжметдинов, Мәскәү ҡалаһынан Әлфиә Агеева , Ҡырмыҫҡалы районынан Динә Мулкаманова.
Конкурстың дипломанттары һәм Моратовтар ғаиләһе исеменән дәртләндереү призына лайыҡ булдылар : Алик Кайранов,Яманаев Фәнил , Мортазина Сания, Динә Аҡназарова , Насип Һаҡмаров, Венера Баймурзина һәм Ильяс Аллаяров. Сибай башҡорттары Ҡоролтайының махсус призы Ғайсина Нәсимә, Сибай сәнғәт колледжының махсус призы Рәис Ханнанов, Сибай педагогия колледжының махсус призына Илдар Хәмиҙуллин, Сибай гимназия - интернатының махсус призына Урал Ғатауллин лайыҡ булды.

Юлай Моратовты иҫкә алып
Юлай Моратовты иҫкә алып
Автор:Гульдар Кадаева