АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Октябрь 2021, 19:15

Үҙе булмаһа ла йырҙары йәшәй

12 ноябрҙә Сибай ҡалаһының сәнғәт колледжында күренекле һәүәҫкәр композитор, яҡташыбыҙ Юлай Моратов иҫтәлегенә III асыҡ ҡала конкурсы үтә. Конкурсты ойоштороусылар йыр сәнғәтенә битараф булмағандарҙан, һәүәҫкәр композиторҙарҙан 10 ноябргә ҡәҙәр заявкалар көтөп ҡала.

Үҙе булмаһа ла йырҙары йәшәй
Үҙе булмаһа ла йырҙары йәшәй

12 ноябрҙә Сибай ҡалаһы хакимиәте, мәҙәниәт идаралығы, Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге, Сибай концерт-театр берекмәһе, Сибай сәнғәт колледжы берлектә Юлай Моратов исемендәге композиторҙар конкурсы ойоштора. Был бәйге ике йылға бер тапҡыр даими үткәрелә. Ул популяр композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәғариф отличнигы Юлай Хәким улының исемен мәңгеләштереү, яңы таланттарҙы асыу һәм күтәреү, республиканың ҡала-райондары араһында ижади дуҫлыҡ булдырыу, йырсыларҙың, сәнғәт коллективтарының репертуарын байытыу маҡсатын ҡуя.

Конкурста 18 йәштән өлкән композиторҙар ике номинацияла – инструменталь һәм вокал жанрында ҡатнаша ала. Бының өсөн metodcnkid@mail.ru электрон адресына ғариза ебәрергә һәм төрлө характерҙағы ике әҫәр йә йыр әҙерләргә кәрәк. Улар автор йә йырсылар (ансамблдәр) тарафынан башҡарылырға тейеш. Бәйгеселәрҙе абруйлы сәнғәт әһелдәренән һәм йәмәғәт эшмә­кәрҙәренән торған жюри ағзалары баһалаясаҡ. Еңеүселәр икешәр 1, 2 һәм 3-сө урын, гран-при менән билдәләнәсәк. Шулай уҡ төрлө номинациялар, махсус приздар ҙа ҡаралған.

Ғаризалар 10 ноябргә ҡәҙәр ҡабул ителә.

 

Автор:Гульдар Кадаева