Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Сентябрь 2021, 18:00

Сағыу тамаша көтә

10-11 сентябрҙә Сибайҙа үтәсәк “Урал аръяғы- 2021” III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының эшлекле өлөшөнән тыш,”ҠымыҙFEST” милли аш-һыу фестивале һәм милли костюмдар конкурсы үтәсәк.

Сағыу тамаша көтә
Сағыу тамаша көтә

Республика Башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы республикала милли костюмдар көнө апрелдең һәм сентябрҙең икенсе йомаһында уҙғарыла. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 160 милләт һәм 13 этник төркөм вәкилдәре йәшәй.
Инвестфорумдағы милли костюмдар парадында болгарҙар,чечендар, украиндар, үзбәктәр, тажиктар ҙа үҙҙәренең милли кейемдәрендә үтәсәк. Үҙәк майҙандағы ҙур сәхнәлә Сибайҙың фольклор, музыкаль,ижади коллективтарының сығыштарынан торған күркәм саралар "Роспотребнадзор"ҙың талаптарын теүәл үтәп ойоштороласаҡ.

Сараның тулы программаһы менән түбәндәге һылтанма аша таныша алаһығыҙ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52582

Фото: "Башинформ".

Сағыу тамаша көтә
Сағыу тамаша көтә
Автор:Гульдар Кадаева