Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Август 2021, 09:00

Яңыртылған мәҙәниәт учреждениеһы -- ауыл күрке

Йылайыр районының Матрай ауылында капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт һәм ял үҙәге эшләй башланы. Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта.

Яңыртылған мәҙәниәт учреждениеһы -- ауыл күрке
Яңыртылған мәҙәниәт учреждениеһы -- ауыл күрке

Заманса мәҙәниәт учреждениеһы стандарт талаптарға яуап биргән сифатлы хеҙмәт күрһәтеү менән алдыра. Ауылдың художестволы үҙешмәкәр коллективтары ла хәҙер яңыртылған матур бинала шөғөлләнеү мөмкинлегенә эйә. Уңайлы шарттарҙың барыһы ла “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә булдырылды.

--Яңыртылған учреждение сәхнәһендә тағы ла күберәк ансамблдәр, һәүәҫкәр, профессиональ артистар сығыш яһар тип ышанам. Беҙҙекеләр төрлө ижади конкурстарҙа көс-дәрттәрен һынап ҡарар, тип ышанам. Тыуған ауылым халҡына ижади уңыштар, яңы ҡаҙаныштар, һаулыҡ теләйем!—тине Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов.

#нацпроекты#миллипроекттар#Зилаирскийрайон#Йылайыррайоны

Яңыртылған мәҙәниәт учреждениеһы -- ауыл күрке
Яңыртылған мәҙәниәт учреждениеһы -- ауыл күрке
Автор:Гульдар Кадаева