Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Июль 2021, 15:35

Эсе урап сыҡҡыһыҙ

Ҡалалаштарға бина эсенән фотолар күрһәтәм. Иҫ китмәле матур! Күңелгә яҡын, ғәзиз урындар бар, шул уҡ ваҡытта күп нәмәләр танымаҫлыҡ итеп үҙгәртелгән. Филармония – ул ябай ғына мәҙәниәт усағы түгел. Стеналарҙы күтәреп, шымартып ҡуйыу, коммуникациялар үткәреү генә аҙ. Бында бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫлыҡ мөхит булдырыу зарур. Шуныһы ҡыуаныслы: үҙенсәлекле, тантаналы, байрамса мөхит бында әле үк һиҙелә.   Дауамы сайтта.

Эсе урап сыҡҡыһыҙ
Эсе урап сыҡҡыһыҙ

“Сибай филармонияһын сафҡа индереү ваҡыты яҡынлашҡан һайын төҙөлөшкә йышыраҡ барабыҙ. Эш сәфәре менән беҙҙең ҡалаға республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова килгәндә яңы бинаның бөтә мөйөштәрән дә -- подвалынан алып ҡыйығынаса урап сыҡтыҡ, төҙөүселәр менән һәр деталь буйынса фекер алыштыҡ.

Филармонияның бер өлөшө тулыһынса әҙер, ҡайһы бер урындарында һуңғы артылыш ҡалған. Әлеге мәлдә иң мөһиме—тамашасылар залы. Сәхнә, зал, яҡтылыҡ, тауыш, сәхнә ҡорамалдары, ҡормалар, тамашасылар өсөн урын – былар бөтәһе лә тейешле кимәлдә булырға тейеш.
Ҡалалаштарға бина эсенән фотолар күрһәтәм. Иҫ китмәле матур! Күңелгә яҡын, ғәзиз урындар бар, шул уҡ ваҡытта күп нәмәләр танымаҫлыҡ итеп үҙгәртелгән.

Филармония – ул ябай ғына мәҙәниәт усағы түгел. Стеналарҙы күтәреп, шымартып ҡуйыу, коммуникациялар үткәреү генә аҙ. Бында бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫлыҡ мөхит булдырыу зарур. Шуныһы ҡыуаныслы: үҙенсәлекле, тантаналы, байрамса мөхит бында әле үк һиҙелә.  
Әминә Ивний ҡыҙы менән бында сығыш яһарға кемдәрҙе саҡырыу, Сибай филармонияһы сәхнәһендә иң беренсе кемдең тауышы яңғыраясағы хаҡында һөйләшеүҙәр алып барыбыҙ,--тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов.
#Сибай #Сибайскаяфилармония

Эсе урап сыҡҡыһыҙ
Эсе урап сыҡҡыһыҙ
Автор:Гульдар Кадаева