+7 °С
Болотло
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, быйылғы яҙғы-йәйге миҙгелдә республика буйынса уртаса температура нормаға яҡын һәм унан юғарыраҡ буласаҡ. Апрелдә республикала уртаса температура 4-6 градус йылы, майҙа +11, +14 градус, июндә +16, +19, июлдә +17, +21, августа +15 – тән +19-ға тиклем, ә сентябрҙә +9,+12 градус тәшкил итә. Яуым-төшөм күләме апрелдә (20-40 мм), майҙа (35-55 мм), июндә (50-70 мм), августа (45-65 мм) һәм сентябрҙә (35-55 мм)климат нормаһы сиктәрендә көтөлә. Яуым-төшөм нормаһының август айында Башҡортостандың көньяҡ һәм июлдә төньяҡ һәм көнсығыш райондарында артыуы ихтимал.