Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
23 Ноябрь 2025, 09:25

Магазин һаны ҡыҫҡарырмы?

Республикала алкоголь һатыусы магазиндар һанын дүрттән бер өлөшкә тиерлек кәметергә ниәтләйҙәр.

Республикала алкоголь һатыусы магазиндар һанын дүрттән бер өлөшкә тиерлек кәметергә ниәтләйҙәр. Анығыраҡ әйткәндә, 2030 йылға 24 процентҡа. «2025-2030 йылдарға Башҡортостанда һаулыҡты нығытыу һәм һаулыҡ һаҡлау мөхитен булдырыу» төбәк программаһы проектында ошондай йүнәлеш һалынған. Программа сиктәрендә 2026 йылда күп фатирлы йорттарҙа урынлашҡан магазиндарҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы учреждениеларында алкоголь һатыуҙы көйләүсе төбәк законын әҙерләү күҙаллана. Шулай уҡ йыл һайын тәмәке һәм никотинлы продукция һатыу нөктәләрен яҡынса 4 процентҡа кәметеү планлаштырыла.

 

 

#МиллиПроект

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас