АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
30 Сентябрь 2025, 04:25

Өфөнән халыҡ-ара олимпиада еңеүсеһе дәүләт наградаһына лайыҡ булды

Өфөнән 11-се класс уҡыусыһы София Салангина климаттың үҙгәреүе һәм экология мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара олимпиадала һоҡланғыс еңеү яуланы.    

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡ-ара олимпиадала еңеү яулаған София Салангинаны рәхмәт хаты менән бүләкләне. Бүләкләү тантанаһы бөгөн хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә уҙҙы.

— Софияның еңеүе – беҙҙең даими системалы эш һөҙөмтәһе ул. Уҡыусыларыбыҙ Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадаларҙа призлы урындар яулай башланы, — тип билдәләне Радий Хәбиров. Ул шулай уҡ ҡыҙҙың уҡытыусыларына, ата-әсәһенә рәхмәт белдерҙе һәм уға уҡыуында уңыштар теләне.

— София, ҡайҙа ғына уҡыһағыҙ ҙа, һеҙгә уңыштар теләйбеҙ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, — тигән теләктәрен еткерҙе ул һәләтле уҡыусыға.

93-сө лицейҙың биология уҡытыусыһы Анна Вайн һәм Республика балалар экология-биология үҙәге директоры Екатерина Кошелева ла Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. 

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-09-29/glava-bashkirii-nagradil-shkolnitsu-za-pobedu-na-olimpiade-4406145

Автор:
Читайте нас