АТАЙСАЛ
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғлүмәт
17 Июня 2025, 11:05

Милли биҙәкле карта

Башҡорт картаһы өсөн орнаментты Өфө рәссамы Нелли Аҡсурина яһаған.

Милли биҙәкле картаМилли биҙәкле карта
Милли биҙәкле карта

Рәсәйҙең иң эре банкы илдең иң күп халыҡ йәшәгән милли төбәктәренең фольклор мотивтары менән карталар сығарҙы. Улар – Башҡортостан, Татарстан, Яҡутстан, Бүрәтстан һәм мәҙәни баш ҡала булараҡ Санкт-Петербург. Был хаҡта Башҡортостандың кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһынан хәбәр иттеләр.

Башҡорт картаһы өсөн орнаментты Өфө рәссамы Нелли Аҡсурина яһаған.

«Ысын башҡорт орнаменты декоратив элемент ҡына түгел, ә визуаль код булып тора. Үҙ эшемдә мин башҡорт орнаментына хас геометрик һәм үҫемлек мотивтарын берләштерҙем, композицияның нигеҙендә – малсылыҡ, үләндәр һәм уңдырышлылыҡ символы булған ҡусҡар биҙәге», — тип һөйләне Нелли Аҡсурина.

Автор:
Читайте нас