АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
16 Июнь 2025, 11:35

Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары артты

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға, шулай уҡ уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары 54-кә еткерелде. Бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — спорт министры Руслан Хәбибов ошо турала белдерҙе.

Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары арттыРеспубликала МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары артты
Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары артты

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының республика филиалы менән берлектә хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың туғандары менән өҙлөкһөҙ эш алып барыла, тип билдәләне Руслан Хәбибов.

Яңы саралар исемлегенә теш протездары менән тәьмин итеү, физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәренә сертификаттар биреү, планлы дауаханаға һалыуҙы көтөү ваҡытын ҡыҫҡартыу, ярҙам сараларын алыу өсөн ғаризалар һәм документтар ҡабул итеү буйынса бушлай күсмә хеҙмәтләндереү өҫтәлде.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-06-16/v-bashkirii-vozroslo-chislo-mer-podderzhki-uchastnikov-svo-i-ih-semey-4277358

Автор:
Читайте нас