+30 °С
Болотло


"15 майҙан дропперҙар үҙҙәренә һәм башҡа кешеләргә айына 100 мең һумдан ашыу аҡса күсерә алмай, - тип аңлатма бирә Рәсәй Банкыһының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе эксперты Рәмил Нәсибуллин. - Дропперҙар тураһында мәғлүмәттәр Рәсәй Банкыһының мәғлүмәт базаһында һаҡлана һәм коммерция банкыларына тапшырыла. Һуңғылары был клиенттарға күсереүҙәрҙе сикләргә хоҡуҡлы һәм, әгәр бындай мәғлүмәт Рәсәй Банкыһына хоҡуҡ һаҡлау органдарынан килгән булһа, картаны һәм банк хеҙмәттәренә онлайн-инеүҙе тулыһынса блокировать итергә бурыслы.