Мәғлүмәт
6 Май 2025, 09:30

Герой һәйкәле ҡайҙа?

Советтар Союзы Геройы Федор Беловҡа 2000 йылда бюст ҡуйылғайны...Кисә ул урынынан юҡ булды.

Герой һәйкәле ҡайҙа?Герой һәйкәле ҡайҙа?
Герой һәйкәле ҡайҙа?

Федор Белов 1920 йылда Белорет районында тыуа. Армияға тиклем Түбә ҡасабаһында эшләй. 1941 йылда Баймаҡ хәрби комиссариатынан хеҙмәткә алына. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1945 йылдың апрелендә Советтар Союзы геройы исеме бирелә.

Һуғыштан һуң, Сибайҙа баҡыр-көкөрт комбинатында эшләй. 1979 йылда мәрхүм була. Сибайҙа ерләнә.

 

Әле геройҙың бюсы Белов урамындағы скверға күсерелә. 9 майҙа унда Бөйөк Еңеү уңайынан сәскә һалынасаҡ.

Герой һәйкәле ҡайҙа?
Герой һәйкәле ҡайҙа?
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас