АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
10 Апрель 2025, 09:16

Яҡташ ҡурайсыбыҙ баҡыйлыҡҡа күсте

Өфөлә билдәле ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхмәт Ғәйетбаев вафат булған.

Яҡташ ҡурайсыбыҙ баҡыйлыҡҡа күстеЯҡташ ҡурайсыбыҙ баҡыйлыҡҡа күсте
Яҡташ ҡурайсыбыҙ баҡыйлыҡҡа күсте

Әхиәт Ғәйетбаев Баймаҡ районының бихисап таланттары менән дан тотҡан Буранбай ауылынан ине. Ул Өфө ҡалаһының Ленин районы башҡорттары ҡоролтайын да етәкләне. Үткән аҙнала ғына, 3 апрелдә, яҡташыбыҙ “Айыҡ ауыл” республика конкурсының финалында ҡатнашҡан Баймаҡ районының Таулыҡай ауылы делегацияһын хуплап, үҙенең шәкерттәре менән ҡурай уйнап йөрөгәйне. “Ихлас, эскерһеҙ, әҙәпле һәм юғары мәҙәниле ағайыбыҙ ине”, - ти уның тураһында яҡташтары. Әхиәт Ғәйетбаев Өфө сәнғәт училищеһында билдәле ҡурайсы Ғата Сөләймәновта белем алған. Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалы директоры урынбаҫары була, 2007 йылдан баш ҡаланың 9-сы балалар музыка мәктәбен етәкләй. Уның тырышлығы менән белем усағына педагог, музыкант һәм халыҡ йырсыһы Әҙеһәм Исҡужиндың исемен бирелә, ә 2020 йылдан мәктәп яңы бинаға күсә. Арҙаҡлы милләттәшебеҙ менән бәхилләшеү 11 апрелдә, 13.00 сәғәттә Баймаҡ районының Буранбай ауылында үтә. Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Гөлдәр Яҡшығолова.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас