Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
9 Апрель 2025, 09:40

Башҡортостанда—һанлы имам

Бөтә нәмә цифрлаштырыла. Хатта имам. Эйе, Башҡортостанда һанлы имам эш башланы. Онлайн хәйер бирергә лә була.

Башҡортостанда—һанлы имам
Башҡортостанда—һанлы имам

Башҡортостанда илебеҙҙәге тәүге һанлы имам эшләй башланы. Республика мосолмандарының Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин хәбәр итеүенсә, Өфөлә эшләнгән «Һанлы имам» мобиль ҡушымтаһынан яңылыҡтарҙы, намаҙ ваҡытын, ҡибла йүнәлешен белергә һәм башҡа мәғлүмәттәр менән танышырға була.

Бынан тыш, һәр кем үҙенең шәхси кабинетында онлайн режимда хәйер һалырға мөмкин. Әйткәндәй, яңы һанлы имам ярҙамында ике аҙна эсендә 800 мең һум йыйылған.

Виртуаль остаз Өфөнөң Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжы менән берлектә ҡулланыуға индерелде, тип белдерҙе мөфтөй үҙенең телеграм-каналында.

 

сығанаҡ: БАШИНФОРМ

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас