Бөгөнгө көн беҙҙән берҙәмлек, рух ныҡлығы талап итә. Шунһыҙ уртаҡ теләккә, маҡсатҡа өлгәшеп булмай. Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы биләмәһе халҡы ла быны яҡшы аңлай. Шуға күрә даими рәүештә махсус хәрби операция биләмәһенә ылау ебәрә, хатта ауылдың ир-егеттәре яугирҙәрҙең үҙҙәренә илтеп ҡуя.
Ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Рәжәп улы Уразбаев етәкселегендәге ир-егеттәр тәү тапҡыр операция биләмәһенә юлланмай. Әле йәнә юлға сыҡтылар.Таулыҡай, Сыңғыҙ, Буранбай ауылдары халҡы тарафынан йыйылған кәрәк-яраҡты, исемле посылкаларҙы Ҡәйүм Уразбаев, ауыл советы депутаттары Илгиз Әхмәтов, Юлдаш Шәйхисламов алып барып ҡуясаҡ.
—Үҙ машинаһы менән бергәләп ылау алып барыу инициативаһын Юлдаш Шәйхисламов тәҡдим итте. Ул быға тиклем үҙе ун тапҡыр барып ҡайтты, был юлы бергәләп юлланабыҙ. Алла бирһә, имен-аман барып, егеттәрҙе күреп, күстәнәстәрен тапшырып ҡайтырға уйлайбыҙ. Ярҙам күрһәткән һәр кемгә оло рәхмәтлебеҙ,—ти ауыл хакимиәте башлығы.