АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
27 Март 2025, 09:30

Килде йәмле яҙҙар

Быйыл яҙ иртә килде... Ҡар аҙ булыу сәбәпле, күптән иреп бөттө. Һәр хәлдә, Сибай урамында саң уйнап ята... Ә йорт алдарында умырзаялар күренә башлаған. Әйткәндәй, ял көндәрендә көндәр йылы торасаҡ.

Килде йәмле яҙҙарКилде йәмле яҙҙар
Килде йәмле яҙҙар

Март айының һуңғы көндәрендә республикала +12° тиклем йылыта, тип хәбәр итә Башгидромет.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 27 мартта, көндөҙ һауа +7, +12° тиклем йылына. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Яуым-төшөм көтөлмәй.

Йома, 28 мартта, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, -5°, көндөҙ +7, +12°.

Шәмбе, 29 мартта, яуым-төшөм фаразланмай. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, -5°, көндөҙ +7, +12°.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас