+24 °С
Ямғыр
20 мартта Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Сибайҙа диалог майҙансығы уҙғара. Палата рәйесе Данияр Абдрахманов халыҡ менән "һорау-яуап" форматында осрашыу үткәрә. Сарала Сибай Ҡҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова, Сибай ҡалаһы ҡала округы йәмәғәт палатаһы рәйесе Ирина Варламова ҡатнаша. Сара власть органдары менән халыҡ араһындағы диалогты нығытыуға, шулай уҡ Сибай ҡалаһы халҡының көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән. Үткәреү ваҡыты һәм урыны: Сибай, Ленин урамы, 9/1, ҡала хакимиәтенең бәләкәй залы, иртәнге сәғәт 14-тән киске 6-ға тиклем.