2025 йылдың 1 мартынан граждандар үҙҙәрен кредит алыуға тыйыу ҡуя аласаҡ. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһы властары ғаризаны биреү һәм яуап алыу процедураһын раҫлаған.
Кредит алыуға тыйыу тураһындағы ғаризаны ике юл менән тапшырып буласаҡ. Беренсеһе—«Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша—унан Кредит тарихтары бюроһына мәғлүмәт ебәреләсәк һәм шәхси кабинетҡа ҡабул ителгән ҡарар тураһында хәбәр киләсәк. Икенсеһе—үҙеңә Күп функциялы үҙәккә барып ғариза яҙыу. Был осраҡта ҡарар граждандың кредит тарихтары бюроһындағы шәхси архивында күренәсәк. Бынан тыш, яуапты Күп функциялы үҙәктә лә алып буласаҡ. Ошондай уҡ ике юл менән—«Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша һәм Күп функциялы үҙәктә—үҙеңә кредит алыуға тыйыуҙы юҡ итергә мөмкин буласаҡ.
Мутлашыусыларҙың кешеләргә алдап кредит юллатыуы, унан был аҡсаны үҙләштереүе осраҡтарының күбәйеүе сәбәпле ҡабул ителгән был сара ҡулланыу займдарына һәм микрофинанс ойошмаларына ҡағыласаҡ. Кредит һәм микрофинанс ойошмалары кемгәлер кредит бирер алдынан мотлаҡ тыйыу бармы-юҡмы икәнлеге тураһында белергә тейеш.