Баймаҡта Зәкәриә Шәрәфетдин улы Аҡназаровҡа бюст асылды. Бюст арҙаҡлы шәхестең исемен йөрөткән Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы территорияһында ҡуйылған.
Зәкәриә Аҡназаров - Йылайыр кантоны Ямаш утарында (хәҙерге Баймаҡ районы Шүлкә ауылы) 1924 йылда тыуған. Темәс педучилищеһында уҡыған, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, юғары белемде тәүҙә Өфөлә, шунан Мәскәүҙә алған.
Хеҙмәт юлын Баймаҡ районы Мырҙый ауылы башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып башлай, артабан төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләй, 1962-1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар советын етәкләй.
Зәкәриә Шәрәфетдин улы ике Ленин ордены (1971, 1984), Октябрь Революцияһы ордены (1981), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1957, 1966), Халыҡтар дуҫлығы ордены (1974) һәм төрлө миҙалдар менән бүләкләнгән.
Бюст авторы — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, скульптор Хәниф Хәбибрахманов.