Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
31 Ғинуар , 16:00

Ял итмәйбеҙме ни?

Быйыл Башҡортостан халҡы Ватанды һаҡлаусылар көнөнән һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнән һуң өҫтәмә ялһыҙ ҡаласаҡ

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы республикала йәшәүселәрҙе байрам көндәре тураһында яңылыҡ менән таныштырҙы. Быйыл Башҡортостан халҡы Ватанды һаҡлаусылар көнөнән һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнән һуң өҫтәмә ялһыҙ ҡаласаҡ.

Эш шунда: 23 февраль - йәкшәмбегә, ә 8 Март шәмбегә тура килә. Чиновниктар халыҡты иркәләмәҫкә булды һәм өҫтәмә ял көндәрен майға һәм июнгә күсерҙе. Хәҙер республика халҡы февраль һәм март айҙарындағы байрамдарҙан һуң ял итеү урынына 8 майҙа һәм 13 июндә ял итәсәк.

Быларҙың барыһы ла «ял графигын оптималләштереү» өсөн, тип ышандыралар министрлыҡта. Ләкин барыһы ла бик үкенесле түгел: мартта республика халҡын өс көнлөк ял көтә. 30 мартҡа тура килгән Ураҙа байрамы республика халҡына өс көн рәттән - шәмбенән дүшәмбегә тиклем ял бүләк итәсәк.

Автор:
Читайте нас: