АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
30 Ғинуар 2025, 05:20

Миллионлап бирәбеҙ аҡсаны

Хәйбулла районында йәшәүсе мутлашыусылар иҫәбенә 1,4 миллион һумдан ашыу аҡса күсерә... Уның ише алдана күрмәгеҙ!

Мутлашыусылар Хәйбулла районында йәшәүсенән  1,4 миллион һумдан ашыу аҡсаһын «һалдырып» алған.

Билдәһеҙ кеше, үҙен дәүләт контроле хеҙмәткәре тип таныштырып, район предприятиеларының береһендә эшләүсе хеҙмәткәргә телефон аша мутлашыусыларҙың аҡса урларға маташыуы тураһында хәбәр итә һәм аҡсаһын һаҡлап ҡалыу яйын хәстәрләүен һорай. Мутлашыусының күрһәтмәһе буйынса эш итеп, ир енәйәтсенең иҫәбенә 1,4 миллион һумдан ашыу аҡса ебәрә.

Эске эштәр министрлығы граждандарҙы уяу булырға саҡыра һәм иҫкәртә: сит кешеләрҙең шылтыратыуҙарына ышанмағыҙ, аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәп-хисаптарға» күсермәгеҙ һәм шәхси мәғлүмәттәрҙе хәбәр итмәгеҙ.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас