+30 °С
Болотло
Мутлашыусылар «йорт чаттары» ярҙамында telegram-аккаунттарҙы күпләп урлай башланы. Социаль селтәрҙәрҙә хәбәр ителеүенсә, торлаҡ йорттарҙың подъездарында билдәһеҙ кешеләр QR-кодлы иғландар урынлаштыра, унда күршеләре менән чатҡа инергә саҡыра.
Әммә ысынында QR код алдаҡ telegram сайтына индерә һәм унда шәхси мәғлүмәттәрҙе яҙырға тәҡдим ителә. Артабан инде кибер енәйәтселәр граждандарҙың аккаунтына тулыһынса инеү мөмкинлегенә эйә була.
Тәүлек эсендә Башҡортостан халҡы мутлашыусылар арҡаһында 10 миллион һумға яҡын аҡсаһын юғалтҡан.
Сығанаҡ: "Башинформ".