АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
20 Ғинуар 2025, 05:35

Көндәр һыуыта

Алдағы өс көндә көндәрҙең һалҡынайуы көтөлә

Көндәр һыуытаКөндәр һыуыта
Көндәр һыуыта

Алдағы өс көндә Башҡортостанда көндәрҙең һалҡынайыуы көтөлә. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 20 ғинуарҙа, бер аҙ ҡар һәм епшек ҡар яуыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 0, -5°.

Шишәмбе, 21 ғинуарҙа, төндә ҡар, көндөҙ бер аҙ. Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -7, -12°, көндөҙ -17, -22° тиклем түбәнәйә.

Шаршамбы, 22 ғинуарҙа, төндә урыны менән бер аҙ ҡар яуа, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан талғын, төндә урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -18, -23° аяҙытҡанда -28° тиклем, көндөҙ -15, -20°.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас