+30 °С
Болотло
Йылайыр районы Йомағужа ауылы халҡы ла программаның көсөн яҡшы тоя, файҙаһын күрә. Быйыл да улар ҡатнашырға ниәтләп, документация әҙерләү эшенә ныҡлы тотонған. Йыйылыштар үткәреп, халыҡ фекерен тыңлап, инициатив төркөм һайлап, бер нисә проектты ҡарағандан һуң, ауылдағы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә ҡуйылған обелискыны ремонтларға ҡарар иткәндәр. Был дөрөҫ аҙым. Ни тиһәң дә быйыл илебеҙ халҡы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршы ала. Байрамды лайыҡлы ҡаршы алырға кәрәк.
Йомағужаларға уңыштар теләйек!