Билдәле булыуынса, Баймаҡ ирекмәндәре берләшеп, яугирҙәргә ярҙам итеү юлын бергәләп хәстәрләй. Бының өсөн бер нисә чат булдырғандар, сөнки улар бер чатҡа ғына һыймай. Улар даими аҡса йыя, маскировка селтәре үрә, егеттәр һораған әйберҙәрҙе һатып алып оҙата, йылы юрғандар, дронға ҡаршы плащтар тегә. Ғөмүмән, эш гөрләй. Ил именлеге өсөн улар ваҡытын да, көсөн дә, аҡсаһын да йәлләмәй.
Яңы йыл байрамы алдынан чаттарында лотерея ла уйнатҡандар. Ирекмәндәрҙең береһе Миләүшә Юлдашбаева бүләккә «Атайсал» гәзитенә подписка ҡуйған. Һөҙөмтәлә, ул Йомаш ауылынан Зифа Иҫәноваға эләккән. Ҡотлайбыҙ!
Баймаҡ ирекмәндәренә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! «Атайсал» гәзитенә подписка эшләгән өсөн генә түгел, яугирҙәргә ярҙам итеп йүгереп йөрөгәндәре өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ! Бергәләп көткән тыныслыҡ тиҙерәк урынлашһын, яҡынлашҡан Яңы йыл һөйөнөстәр алып килһен!