+24 °С
Ямғыр
Йылайыр районында «Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын модернизациялау» милли проекты сиктәрендә район дауаханаһында балалар бүлеген ремонтлау эштәре башланған. Бының өсөн республика һәм төбәк бюджетынан маҡсатлы субсидия бүленгән. Сметаға ярашлы, йылылыҡ, энергия, һыу менән тәьмин итеү, канализация системаларын алмаштырыу, стеналарҙы, иҙән-түшәмдәрҙе яңыртыу ҡаралған. Ремонт эшен 2025 йылдың ғинуар аҙағында тамамлау планлаштырыла.
#МиллиПроект